Хәрбиҙәрҙе социаль яҡлауҙа өҫтәмә сара

Радий Хәбиров Шайморатов, Доставалов һәм Салауат Юлаев батальондарында хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе социаль яҡлау буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Доброволец махсус хәрби операция режимында 180 көн хеҙмәт итә икән, уға 200 мең һум бүленә. Был турала Радий Хәбиров республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.

Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров Раевкала матәм сараһында булыуын белдерҙе. Әлшәйҙәр дүшәмбелә Рәсәй Геройы Алмаз Сафинды һуңғы юлға оҙатты. Төбәк башлығы уның исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә һәм ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Беларусь республикаһына эш сәфәре һөҙөмтәләрен барлап Радий Хәбиров тышҡы хеҙмәттәшлектә был дәүләт айырым урын биләүен әйтте. 20 ғинуарҙа Башҡортостандан 36 берәмек техниканан торған ҙур конвой Донбассҡа юлланды. Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәре һәм мобилизацияланыусылар өсөн дарыу, аҙыҡ-түлек, кәрәкле ҡоролмалар һәм техника алып барылды. Ярҙам даими булырға тейеш һәм ярҙам итеүселәрҙе лә онотмаҫҡа кәрәк.Оператив кәңәшмә һуңында Радий Хәбиров Башҡортостанда ойошторолған 3 батальон хәрбиҙәренә бәйле яңы Указ менән таныштырҙы. Ул түләүҙәргә бәйле. Үҙ ирке менән ьатальон составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 3 ай һайын 200-әр мең һумлыҡ өҫтәмә түләү аласаҡ. Үткән йылдың 1 ноябрендә генә яңы булдырылған Өфө фән һәм технология университеты тураһында айырым доклад булды. Ике юғары уҡыу йортон берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән белем усағы Рәсәйҙәге иң ҙур ВУЗ-дарҙың береһенә әүерелде. Үҙгәртеп ҡороу студенттарға ҡатмарлыҡ булдырманы, ә уҡытыусыларҙың эш хаҡы 6-нан 20 процентҡаса артты тине үҙ сығышында ректор. Радий Хәбиров етәкселеккә тәрән аҡыл менән эш итергә кәңәш бирҙе.2022 йыл буйынса туристар һанына бәйле статистика билдәле булған. Башҡортостан Рәсәйҙең туристик картаһында 11-се баҫҡысҡа күтәрелгән. Республика Башлығы тәүге 5 төбәк исемлегенә эләгеү өҫтөндә эшләү бурысын ҡуйҙы.Үткән йылда республикала эшҡыуарлыҡ торошона бәйле һандар ҙә иғлан ителде. Ҡатмарлы иҡтисади хәлдәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда йүнселдәр һаны арта. Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларына аҡса бүлергә ҡушты.