Ярты йыл хеҙмәт иткәс түләүҙәрҙең йәнә бер төрөн, 200 мең һум аҡса күсереүҙе хәстәрләргә кәрәк. Башҡортостан Башлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Хәкимоваға яңы йөкләмә бирҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тәртип кенә түгел, эмоциональ мәғәнәгә эйә, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мөһим мәсьәләләргә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны.Радий Хәбиров махсус хәрби операциялағы яҡташтарҙың үтенесен кисектермәй үтәргә ҡушты. Үткән аҙналағы осрашыуҙа командирҙарҙың береһе хәрбиҙәрҙең бихисап мөрәжәғәтен тапшырған. Башҡортостандан оҙатылған иң ҙур гуманитар конвой февраль башында яу биләмәһенә барып еткән. Мобилизацияланған һалдаттарға тәғәйен ярҙам бөгөнгә составы һәм һаны буйынса иң ҙуры тип баһаланды. Республикала үткән аҙнала теркәлгән ваҡиғалар тураһында, ғәҙәттәгесә, оператив хеҙмәттәр мәғлүмәт бирә. Социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская халыҡ иң йыш ҡәнәғәтһеҙлек белдергән өлкә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бәйле, тип белдерә. Антирейтинг исемлегендәге биш ҡала һәм районды Өфө етәкләй. Аҙна эсендә республикала өс коммуналь авария булған, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү ваҡыты үтәлмәгән. Ғәҙәттән тыш осраҡтарҙың һәммәһе лә Өфөлә теркәлгән. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, эҫе һәм һалҡын һыу биреүҙә тотҡарлыҡтар торбаларҙың рәттән сығыуына бәйле. Кешеләр муниципалитет-ара юлдарҙың хәле менән дә ҡәнәғәт түгел. Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт селтәре ошо хаҡта 571 мөрәжәғәт теркәгән. Ҡышын мәсьәлә ҡар сығарыуға ҡайтып ҡалһа, хәрәкәт уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге йыл әйләнәһенә көнүҙәк. Радий Хәбиров Урал буйы юл идаралығының яңы етәксеһен танытты. Денис Абрамов әлегә тиклем етәксе урынбаҫары вазифаһын биләгән. Башҡортостандың транспорт министры 2023 йылда юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү ысулдарын уртаҡлашты. Юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәүсе 43 күсмә автоматик фотовидеотеркәү комплекстар урынлаштырыу, стационар комплекстарҙы юл фажиғәләре йыш урындарға күсереп ҡуйыу, 30 урында камераларҙың муляжын урынлаштырыу күҙ уңында тотола.Республика биләмәһендә уңайлы юлдар төҙөлөшө бара. М-7 федераль трассаһының яңы арауығы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. 65 километр оҙонлоғондағы өҙөк Илеш, Дүртөйлә, Саҡмағош райондары аша үтә. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә төҙөлөш темаһы дауам итте. Тармаҡтың йыл һөҙөмтәләре тураһында отчетты тыңлап Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүҙе тиҙләтергә ҡушты. Һәм оҙайлы төҙөлөш майҙандарына иғтибар йәлеп итте.Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министрлығының урындарҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен камиллаштырыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген цифралаштырыу тураһында белдереүе тыңланды, “Нерал” компаниялары төркөмөндәге “Башкирский Холод” йәмғиәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Хәрбиҙәргә ярҙам
Хәрбиҙәргә ярҙам