Мутлашыусылар

Суд ҡарары менән Зиәмбәтовтарҙың эшмәкәрлеге законһыҙ тип табылды.

Өфөлә мутлашыусылар Эске эштәр министрлығының элекке подполковнигының торлағын тартып алған – ир займ килешеүе буйынса миллион алып, 9 миллионлыҡ коттедждан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ошо йортто төҙөүгә Николай Петрович бар көсөн һалған. Әммә мутлашыусылар закондарҙы һәм хоҡуҡ нормаларын яҡшы белгән подполковниктың йортон суд ҡарары менән үҙ милкенә күсергән. Николай Петрович бурысын түләй алмағас, таныштары аша микрозаймдар офисына мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, уға кредит итеп ҙур сумма биреүҙән баш тарталар. Подполковник юғалып ҡалмай, таныштары аша микрофинанс ойошмаһы етәксеһе Зиәмбәтовҡа мөрәжәғәт итә һәм кредит тоҙағына эләгә. Зиәмбәтовтарға аҡса алыуҙа ярҙам һорап 12-нән ашыу мөрәжәғәт иткән. Уларҙың береһе-Белорет ҡалаһында йәшәүсе пенсионер Гөлнара Камил ҡыҙы. Ул 5 йылдан ашыу суд тупһаһын тапарға мөжбүр. Суд ҡарары менән Зиәмбәтовтарҙың эшмәкәрлеге законһыҙ тип табылды. Белгестәр һуңғы йылдарҙа микрозаймдар менән мутлашыусыларҙың һаны арта барыуын билдәләй. Улар оло йәштәгеләргә, еңел ышанып барыусы кешеләргә ҡултамға ҡуйыр алдынан кредит килешеүен ентекләп уҡып сығырға кәңәш итә.