Өфөлә йыл башынан алып 2 мең 300-ҙән ашыу кеше мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Улар 570 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.
  • Өфөлә йыл башынан алып 2 мең 300-ҙән ашыу кеше мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Был мәғлүмәтте Өфө хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Эске эштәр министрлығы вәкилдәре иғлан итте.

Енәйәтселеккә ҡаршы тороу һәм уны иҫкәртеү маҡсатында, Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы 30 июндән 6 июлгә тиклем оператив-профилактик сара үткәрергә ниәтләй. Унан тыш "Өфө мөхите" оператив кәңәшмәһендә ҡала тротуарҙарын ремонтлау эшенең барышы тураһында ла һүҙ барҙы. Был төҙөкләндереү миҙгелендә дөйөм оҙонлоғо 10 мең 500 метр тәшкил иткән 81 участка яңыртыласаҡ. Йәйге ялдар осорона йәштәрҙе эш менән тәъмин итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Өфөнөң йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге йыл дауамында башҡарған эше һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Ултырышты йомғаҡлап, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Роман Йәнгүров алдағы ялдарҙа үтәсәк Йәштәр көнө уңайынан ойошторолған саралар менән таныштырҙы.