Оборона сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре ҡуртымға льготалы торлаҡ менән тәьмин ителәсәк

Оборона сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре ҡуртымға льготалы торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.

Ошо хаҡта ил президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йылдағы мөрәжәғәтендә белдерҙе. Махсус торлаҡ программаһына ярашлы ҡуртымға бирелгән торлаҡтың хаҡы баҙар хаҡынан түбәнерәк буласаҡ, сөнки түләүҙәрҙең бер өлөшөн дәүләт үҙ иңенә ала.