280-дән ашыу ҡатнашыусы студент ойошмаларының эшмәкәрлеге һәм тәрбиәүи йүнәлештәге актуаль һорауҙар буйынса әңгәмәләште.
Шишмә районының Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге Патриот паркында уҙған осрашыуға республика башлығы ла килде. Радий Хәбиров колледждар директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса советниктары һәм урта профессиональ белем биреү учрежденияларындағы "Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһының рәйестәре менән осрашты. Башҡортостан үҫешендә профессиональ белемдең әһәмиәте ҙур, республикаға төрлө өлкәләрҙә эшләйәсәк белемле, оҫта белгестәр кәрәк, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Йәштәр республика башлығына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды. Ошондай аралашыу уртаҡ эштең йүнәлешен билдәләү өсөн бик мөһим, тине Радий Хәбиров.