"Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле тамашасыларын йыйҙы.
32-се миҙгелде ҡаршы алған коллектив репертуарының иң сағыу номерҙары менән сығыш яһаны. Концерт программаһына төрлө халыҡ бейеүҙәре ингән. Хор һәм оркестр башҡорт, татар, итальян һәм башҡа телдәрҙә йырҙар, көйҙәр башҡарҙы. Зәлиә Ғәниәтуллина ҡыл-ҡумыҙ моңдары менән арбаһа, Юлай Ҡасимовтың оркестрға ҡушылып ҡурайҙа уйнаған көйҙәре залда ултырыусыларға матур ял бүләк итте. “Мираҫ” ансамбле миҙгелгә ныҡлы әҙерлек һәм етди ниәттәр менән аяҡ баҫа.
Миҙгел асыу концертының төп үҙенсәлеге – "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең "Ойраты" Ҡалмыҡ дәүләт бейеү театры менән бергә сығыш яһауында. "Ойраты" коллективы ла "Мираҫ" кеүек 1992 йылдан алып эшләй. Ҡалмыҡ бейеүселәренең, музыканттарының оҫталығын тамашасылар концерттың икенсе өлөшөндә күреп һоҡланды.