Сара илдә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.
Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле — баш ҡаланың һәм республиканың йөҙөк ҡашы! Бер юлы бер нисә йүнәлеште берләштергән ижади төркөм, хор һәм оркестр тамашасыларға өр-яңы программа әҙерләгәйне.Тамашасы „Яблочко, „Русские узоры”, Рукодельницы бейеүҙәрен алҡыштарға күмде.
Италия, Америка, ҡаҙаҡ һәм башҡа сит илдәр бейеүҙәрен дә халыҡ яратып ҡабул итте. Һығылмалы хәрәкәттәр, сағыу костюмдар һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Коллективтың бер концертына ғына өс йөҙҙән ашыу кейем әҙерләнгән. Һәр ике номер һайын артистар бер-нисә минут эсендә уларҙы алмаштырып өлгөрөргә тейеш. "Берҙәм ғаиләлә" — концерттың исеменән үк уның йөкмөткеһе билгеле. Сара бер сәхнәлә балет, оркестр, вокалистар, ансамбль һәм хатта хорҙы берләштергән.Кисә дебют менән дә билдәләнде — ҙур сәхнәлә тәүге тапҡыр бейеүселәр менән бергә хор солисы Рәғиҙә Солтанова сығыш яһаны.
«Мираҫ» ансамбленең ижади маҡсаты – Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә арналған йылда - илебеҙ халыҡтарының йөрәктәрен берләштереү.







