Радий Хәбиров Башҡортостандың алдағы 5 йыллыҡҡа социаль-иҡтисади үҫеш бурыстары менән уртаҡлашты

Был турала ул Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының "Рәсәй 24" телеканалына биргән интервьюһында әйтте.

Шулай уҡ, Республика етәксеһе төбәктә һайлауҙарҙы ойоштороуға үҙ баһаһын белдерҙе.

Башҡортостан – Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе һәм эре сәнәғәт үҙәге булараҡ беҙгә иҡтисадты ңҫтерең мөһим тип белдерҙе Радий Хәбиров. Алдағы 5 йыллыҡта ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа эшләргә тура киләсәк, әммә беҙҙең команда быға әҙер, тине төбәк етәксеһе.