Республика Башлығы менән Тура бәйләнеш ваҡытында башҡорттарға бүленгән шәхси иғтибарын Радий Хәбиров “өслө”гә баһаланы

Был турала төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы журналисты Ғәлимйән Ибәтуллиндың киләһе аҙнала үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы съездына бәйле һорауына яуап итеп бирҙе.

Республика Башлығы менән Тура бәйләнеш ваҡытында башҡорттарға бүленгән шәхси иғтибарын Радий Хәбиров “өслө”гә баһаланы. Был турала төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы журналисты Ғәлимйән Ибәтуллиндың киләһе аҙнала үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы съездына бәйле һорауына яуап итеп бирҙе.

"Беҙ ситтә йәшәгән башҡорттарыбыҙ өсөн ҡатмарлы осор кисерәбеҙ. Башҡорт милләтен аҡтарырға маташҡан, ярайһы уҡ дыуамал кешеләр бар. Тарҡата алмаясаҡтар, сөнки башҡорттар берҙәм. Сит илдәрҙә йәшенеп ятып, нимәлер һөйләгән кешеләр бар, улар бик аҙ. Ә күпме башҡорттар бөгөн рус, татар ҡәрҙәштәре иңгә-иң терәшеп бөгөн яуҙа алыша. Шуға күрә был Ҡоролтай мөһим буласаҡ, уның нисек үтәсәген, ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителәсәген ҡарарбыҙ», — тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ Республика Башлығы сит төбәктәрҙәге башҡорт мәктәптәренә ярҙам кәрәклеген белдерҙе.