"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкына артистар килде

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкына артистар килде

Тыл тьәминәтендә хеҙмәт иткән, алғы һыҙыҡтан ротацияға сыҡҡан яугирҙарыбыҙ алдында Мәскәү хәрби округының фронт ижади бригадаһы сығыш яһаны. Тамашаны беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә ҡараны. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы. ¤Шаршау урынына маскировка селтәрҙәре, сәхнә — хәрби техника йәшереү өсөн капонир. Тик бына тамаша залында ултырғыстар ғына юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, концертты таяҡ таянып тороп та тамаша ҡылыусылар ҙа бар. Ни тиһәң дә артистар Мәскәү хәрби окрунынан килгән. Ситтән килһәләр ҙә йырсылар үҙебеҙҙеке. Төркөмдөң етәксеһе, вокалисы Белорет районы егете. Хәрби ансамбль менән ул тотош фронтты буйынан иңенә урап сыҡҡан. Хәйер , ҡайҙа ғына барһаҡ та беҙ үҙебеҙҙекеләргә әйләнәбеҙ , ти "Шахид" ҡушаматлы йырсы яугир. Төркөмдөң репертуары һәр быуын өсөн дә яҡын. Өлкәнерәк яугирҙар совет осоро йырҙарын алҡыштар менән ҡабул итһә, йәшерәк һалдаттар заманса рок өлгөләрен үҙ итә. Ләкин һәр быуын хиттарын да бер мотив -илһөйәрлек төшөнсәһе берләштерә. Йыр беҙҙең өсөн ҡырыҫ һалдат тормошонан бер аҙға арыныу, күңел дауаһы, ти яугирҙар. Тәүҙә етди генә торған яугирҙарҙың да һуңғараҡ кәйеф күтәрелде. Ҡайһы берәүҙәр бейемәйсә лә булдыра алманы. Хатта ҡырыҫ командирҙарҙың да аяҡтар ритмға көйләнде. Ләкин аҙаҡҡа түгел. Ярты сәғәтлек концерттан һуң яугирҙарға йәнә сафҡа баҫыу бойороғо бирелде.