Башҡортостан-24 каналы иғлан иткән «Еңеү йырҙары» тип аталған халыҡ марафонына видеояҙмалар килә башланы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн Бөйөк ватан һуғышы йылдарындағы йырҙарҙы башҡарыу шарт. Телемарафонда ҡатнашыу талаптары хаҡында беҙҙең киләһе яҙмала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары беҙҙең халыҡ өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе була. Фронтта һәм тылда барған ваҡиғалар һуғыш йырҙарында асыҡ сағыла. Тап ошо йырҙар яугирҙарҙы батырлыҡтарға әйҙәһә, тылдағыларға күңел йылыһы өҫтәгән. Башҡортостан-24 телеканалы беҙҙең хәтерҙәргә мәңгелеккә уйылған яу йырҙарын бергәләп йырларға саҡыра. Еңеү йырҙары марафонына һәр кем ҡушыла ала.Телемарафонда ҡатнашыу өсөн күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сирткән һуғыш йырҙарын үҙегеҙ, яҡындарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ, ғаиләгеҙ менән йырлап, 2 минутлыҡ видеояҙма эшләргә кәрәк буласаҡ.Еңеү алып килгән 45 йылдың яҙынан ваҡыт беҙҙе йырағайтһа ла – ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығы онотолмай. Еңеү йырҙары проекты тап быуындар батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлауға һәм һуғыш йылдары музыкаһы аша халҡыбыҙҙы берләштереүгә йүнәлтелгән. Беҙ тап ошо йырҙарҙы тыңлап үҫтек, тине Рәсәй-радиоһы алып барыусыһы Константин Бережной.Башҡорт телендә ижад ителгән йырҙар ҙа бихисап. Тамашасыларыбыҙ уларҙы ла беҙгә ишеттерер, тигән ышаныстабыҙ, тине Башҡортостан-24 телеканалы етәксеһе Рәмзит Абуляев. Еңеү йырҙары телемарафонында ҡатнашырға теләүселәрҙең видеоматериалдары 1-се июнгә тиклем ҡабул ителә. Йырығыҙҙың видеоһын төшөргәндән һуң исем-шәрифтәрегеҙҙе яҙып, үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт өҫтәп МР 4 форматындағы яҙмағыҙҙы Башҡортостан 24 каналының Телеграм-ботына ебәрергә Иң-иңдәрҙе тамашасылар тауыш биреү формаһында 1-нән 22 июнгә тиклем һайлаясаҡ. Еңеү йырҙары проекты тураһындағы тулы мәғлүмәт беҙҙең сайтта gtrk.tv адресы аша таба алаһығыҙ.
Еңеү йырҙары
Еңеү йырҙары