Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радио тапшыруҙар компанияһы „Еңеү Йырҙары" телемарафонын иғлан иткәйне. Әлегә 300-гә яҡын хат ҡабул ителгән, ҡатнашырға теләүселәр хатта сит төбәктәрҙән дә бар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе видеосюжетта.Күңелдән сыҡҡан күңелгә етә. Ағалы-һеңлеле Сыңғыҙ һәм Камила Хисмәтуллиналарҙың рухланып йөрәккә үтеп инерлек итеп „Шайморатов генерал„ йырын башҡарыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Ун йәшлек Полина Дудко ла көн һайын фронтта ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған кешеләр өсөн йырҙар яҙа, йырлай һәм шиғырҙар уҡый. Был “Башҡортостан 24” каналы ойошторған "Еңеү Йырҙары"телемарафонына ебәрелгән тәүге эштәрҙең береһе. Уны "ҙур йөрәкле бәләкәй патриот" башҡара. Полина Дудко тураһында тирә-яҡтағылар шулай һөйләй. Марафонда Ерҙең төрлө төбәгендә йәшәгән һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына «Башҡортостан24» телеканалы тамашасыларҙы «Еңеү Йырҙары» халыҡ телемарафонының бер өлөшө булырға саҡыра. «Башҡортостан 24» телеканалында «Еңеү Йырҙары» телемарафоны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Проект быуындар батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлауға һәм һуғыш йылдары көйҙәре аша кешеләрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән. Телемарафонға теләгән һәр кем: ғаиләләр, хеҙмәт коллективтары, ижади берләшмәләр ҡушыла ала. Ҡыҫҡа видеоларҙа йырҙың бер куплеты һәм ҡушымтаһы яңғырарға тейеш. Ҡатнашыусыларға соло, дуэт йәки хор менән һуғыш йылдарынан ҡалған йырҙар араһынан берәүһен башҡарып, ике минутлыҡ видео яҙырға тәҡдим ителә. Ул горизонталь форматта булырға тейеш. Әҙер роликтарҙы 1 июнгә тиклем ебәреп ҡуйыу шарт. Телеграмдағы @marafon_b24_bot аша анкета тултырып, шунда һалырға кәрәк. Тулы шарттарҙы gtrk.tv сайтының "Еңеү йырҙары" бүлегендә ҡарарға мөмкин.Иң яҡшы сығыштар "Башҡортостан24" эфирында күрһәтелә, ә 1 июндән 22-һенә тиклем телевизор ҡараусылар яратҡан башҡарыусылары өсөн тауыш бирә ала. Биш финалсы марафон геройҙарына арналған йомғаҡлау телепрограммаһында күрһәтеләсәк.
Еңеү Йырҙары
Еңеү Йырҙары