Башҡортостанда «Еңеү Йырҙары» патриотик марафонында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү башланды. Ул 1-енән 22 июнгә тиклем барасаҡ. “Башҡортостан 24” каналындағы Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараға республикабыҙҙың ҡала–райондарынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә тамашасыларыбыҙ ҡушылды. Беҙҙең хәтерҙәргә мәңгелеккә уйылған яу юлы һәм Еңеү йырҙарын башҡарып 160-лаған ғариза килде. Шулай итеп, тамашасыларыбыҙ хәрби тематикаға яратҡан йырын телевизион эфирҙа башҡарыу мөмкинлек алды. Хәҙер инде улар араһынан еңеүселәрҙе һайлап алаһы ҡалды. Патриотик телемарафонда ҡатнашыусыларҙың йырҙарын тамашасылар беҙҙең сайтта ГТРК РБ.РУ адресы буйынса инеп ҡарап, оҡшаған йыр, башҡарыусылар өсөн үҙенең тауышын ҡалдыра ала. Көйәрмәндәрҙең бер-нисә ҡатнашыусы өсөн, бер тапҡыр тауыш биреү мөмкинлеге бар. Тауыш биреү 1-енән 22 июнгә тиклем дауам итә.
Еңеү Йырҙары
Еңеү Йырҙары