Еңеү йырҙары

Еңеү йырҙары
  • Еңеү йырҙары

Башҡортостан 24 телеканалы иғлан иткән “Еңеү йырҙары” халыҡ телемарафонына Еңеү йырҙарын яҙҙырып ебәрүселәр көндән- көн арта.Унда ҡатнашыу өсөн дуҫтарың, туғандарың, яҡындарың менән хәрби йылдар йырҙарынан куплет һәм йырҙың ҡушымтаһын йырларға, ике минутлыҡ видео яҙҙырып марафон Б24 тигән телеграмм ботҡа һалырға һәм анкета тултырырға кәрәк. Иң яҡшы йырҙар Башҡортостан 24 телеканалында күрһәтеләсәк. Хәрби-патриотик телемарафонда ҡатнашыу шарттары менән өс дабл ю нөктә гтрк нөктә тв сайтында танышырға мөмкин. Ғариазалар 1 июнгә тиклем ҡабул ителә. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса биш еңеүсе телевизион программаға саҡырыласаҡ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо проектта ҡатнашырға саҡырабыҙ.