Республика башлығы Радий Хәбиров мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Миллионлаған кешенең һөйөүен яулған артисты һуңғы юлға оҙатырға бик күп кеше килгәйне. Хәбәрсебеҙ Сәлимә Исламова сюжеты.«Ғәлиәбаныу» спектаклендәге Хәлил, «Тапшырылмаған хаттар»ҙағы Искәндәр, «Тиле йәшлек»тәге Зөлҡәрнәй, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендәге Мәрәһим миллионлаған тамашасының күңелен арбаған ролдәр. 70-се йылдар башынан Фидан Ғафаров сәхнә йондоҙона әйләнә. Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте һәм ул замандың романтик шауҡымы, Советтар Союзында һуғыштан һуңғы күтәренке рух Фидан Сафа улын бик тиҙ күтәреп ала.Сәхнәлә ҡуйылған әҫәрҙәр һәм ролдәр ҙа тап Фидан Ғафаровтың булмышына һәм холҡона тап килеп тора кеүек. Актерҙы сәхнәгә уҡытыусыһы, режиссер Илшат Йомағолов алып сыға. Лек Вәлиев ҡанаттар ҡуйһа, артабан режиссер Рифҡәт Исрафилов ҡуйған спектаклдәр менән башҡорт театр сәнғәте лә актер ҙа үҫә һәм улар һис шикһеҙ театр сәнғәте хазинаһына әйләнә. Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 100-ҙән ашыу роль башҡара. Революционерҙар, юлбашсылар, ябай ауыл егете. Шулай ҙа мөхәббәт темаһы тап уныҡы ине. Ысын ир-егет кәүҙәләнеше булған актерҙы халыҡ айырыуса яратты. Артистың үҙенсәлекле тембры менән башҡарған һәр йыры шлягерға әйләнә ине. Ошо йырҙарҙа бер нисә быуын вәкилдәре тәрбиәләнде.Бөйөк шәхес үҙенең булмышы менән барыбыҙҙы ла һоҡландыра ла, тәрбиәләй ҙә ине.Уның менән әңгәмәгә килгән журналисты ла, әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссерҙы ла, бер сәхнәлә сығыш яһаусы хеҙмәттәштәрен дә. Фидан Ғафаров күп ҡырлы актер. Һуңғы йылдарҙа комедияларҙа башҡарған ролдәре лә үҙенсәлекле ине. Сәхнәлә улы Азамат менән сығыш яһауын ғорурланып ҡабул итте. « Бәхет хаҡы” спектакле май айында рекордлы — 200-сө тапҡыр ҡуйылырға тейеш ине. Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан 77 йәшендә китеп барҙы.
Башҡортостан, Татарстан һәм Рәсәй тамашасылары халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән хушлашты.
Башҡортостан, Татарстан һәм Рәсәй тамашасылары халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән хушлашты.