Уның составында Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостан делегацияһы ла эшләй.
Осрашыу барышында Рәсәй-Тажикистан индустриаль паркын булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Башҡортостан өсөн был дәүләт ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра тип белдерҙе уҙған кис Дүшәнбегә килеп етеү менән Радий Хәбиров. Берлектәге проекттар буйынса ике яҡлы осрашыуҙар ҡаралған, айырым тәҡдимдәр ҙә әҙер.






