Республика ниндәй ҙә шарттар ҡарамаҫтан лайыҡлы үҫеш юлында. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында Ата-бабаларыбыҙҙың юлын дауам итеп Махсус хәрби операция яугирҙары илебеҙ сиктәрен яҡлай. Уларҙың 14-нә Рәсәй Геройы исеме бирелгән, 8-нә үлгәндән һуң. Төбәк үҙенең батырҙарын онотмай, һәләк булғандарҙы һәр ваҡыт иҫкә ала.
Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Үткән йылда ғына сумма 13 тән 30 миллиардҡа тиклем арттырылды. Яу яланына һәм яңы биләмәләргә 162 гуманитар ылау ебәрелгән. Сарала яугирҙарҙы дәррәү ҡул сабып сәләмләнеләр.
Улар араһында Марсель Ямалетдинов та бар. Уны Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләне. Яу яланында ул иптәштәре менән күп тапҡырҙар ут аҫтында ҡала, тик республикабыҙ, илебеҙ тыныслығы өсөн үҙен аямай әле лә хеҙмәт итә.
Республикабыҙ бар өлкәләрҙә лә әүҙем. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында. 4 йыл эсендә 625 яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төҙөлгән. Республикала 35 яңы белем усағы уҡыусыларҙы ҡабул итте, Кузнецов Затонында төҙөлгән мәктәп Волга буйы Федераль округында иң ҙуры булсаҡ. Төбәк торлаҡ йорттар төҙөлөшөндә алдынғы. Республика кардиоүҙәгенең төбәктә йәшәүселәр өсөн үтә лә кәрәкле һәм мөһим булған яңы хирургия корпусы ла быйыл үҙ эшен башланы. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 6 дауахана ишектәрен асыр, тип көтөлә. Республиканың ҡала-райондарында халыҡ өсөн ял итеү урындары булдырыла, яңы парк һәм скверҙар барлыҡҡа килә. Йәш ғалимдарға фәнни эшмәкәрлек алып барыу өсөн заманса шарттар — вуз-ара студенттар кампусы һәм геном үҙәге булдырылды. Олимпиадаларҙа еңеүселәр һаны ла арта.
Башҡортостан 3 йыл рәттән ауыл хужалығы өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. М-12 трассаһының Дюртөйлө-Әсет өлөшөн асыу төбәк өсөн мөһим ваҡиға. Көрәш һарайы, фехтование үҙәге һәм башҡа яңы спорт үҙәктәре республика, ил хатта донъя кимәлендәге спорт сараларын үткәреү өсөн майҙансыҡ булып тора. Китап-байрам, Башҡорт аты, Көҙгө романтика классик музыка фестивале һәм башҡа мәҙәни сараларҙы халыҡ һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт вәкиле лә дуҫ һәм татыу йәшәй.
Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Улар араһында Абхазия республикаһының вице-президенты Беслан Бигвава ла бар ине. Башҡортостан менән был дуҫ республиканы 2 мең ярым километр айырып тора, тик был хеҙмәттәшлек, татыулыҡ, берҙәмлек ептәрен нығытыр өсөн кәртә түгел .
Республикала мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенә лә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостандың рәссамдар союзы ағзалары Йәлил Сөләймәнов һәм Әмир Мәжитовҡа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премилары тапшырылды.
Шулай уҡ мәҙәниәттә һәм сәнғәттә күрһәткән хеҙмәттәре миҙалы менән Нәзифә Ҡадырова бүләкләнде.
Күләмле саралар ҙа байтаҡ. Тантаналы йыйылыш ваҡытында Радий Хәбиров 21 октябрь милли бейеүҙәр көнөн үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйыуы тураһында белдерҙе.
Артабан тантаналы сара сиктәрендә милли рух менән һуғарылған сағыу концерт үтте.
Тыуған республикабыҙҙың үткәне данлы, бөгөнгөһө яҡты һәм киләсәге ышаныслы. Сәскә ат, Башҡортостан!






