Башҡортостан Республика көнөн билдәләүгә әҙер!

Тулыраҡ: Башҡортостан Республика көнөн билдәләүгә әҙер!

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа үткән йыйылышта шулай тип белдерҙеләр.Байрам саралары 5 октябрҙән үк башлана. Төрлө акциялар, бәйгеләр, спорт уйындары һәм концерттарҙан Башҡортостандың район һәм ҡалалары гөрләп торасаҡ. 9,10,11 октябрь көндәре "Урындағы мәҙәниәт йорто" проектына йомғаҡ яһап, бер-нисә ауылда мәҙәниәт йорттары асыла. 11 октябрҙә бөтә музейҙар ҙа "асыҡ ишектәр" көнөнә ихлас ҡушыла, теләгән һәр кем экспозициялар менән бушлай таныша ала. 6-8 октябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округының студенттар һәм эҙәрмәндәр отрядттары слеттары уҙасаҡ. Өфөлә быйыл тантаналы йыйылыш 9 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. 10 октябрҙә Башҡорт опера һәм балет театры Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы "Сыңрау торна" балетында көтә. Был көндәрҙә шиғриәт кисәһе, Мостай уҡыуҙарын үткәреү һәм яңы төҙөлөш объекттарын асыу планға ингән.