Республика көнө халыҡ байрамына әйләнәсәк

Уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты тап шундай маҡсат ҡуя.
  • Республика көнө халыҡ байрамына әйләнәсәк
Байрам саралары 9 октябрь башланып бер-нисә көн дауам итәсәк. Тәүге көндә Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов кластарында уҡыусылар тантаналы шарттарҙа шайморатовсылар сафына алынасаҡ. Унда, мәғрифәт министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, 600 балал ҡатнашыр, тип көтөлә. Күптәнге йола буйынса, хеҙмәт алдынғыларына, хеҙмәт династияларына дәүләт наградалары тапшырыласаҡ.
Республика көнөнә арналған тантаналы ултырышта 800 кеше, шул иҫәптән сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ. Шул уҡ көндө Өфөлә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының Беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла. Миҙхәт Шакиров Социалистик хеҙмәт геройы, күренекле сәйәсмән. Республика менән 20 йыл тиерлек етәкселек иткән. 9 октябрь кисен шулай уҡ күләмле төҙөкләндереүҙән һуң Ленин исемендәге парк та асыла. Байрам көндәрендә, ғәҙәттәгесә, ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләйәсәк.