Радий Хәбиров тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк

Ун беренсе ноябрь 19 сәғәттә, республика башлығы тура эфирҙа халыҡ һәм хәбәрселәр һорауҙарына яуап бирәсәк.

Ғәҙәттә, тура эфирҙағы трансляция 4 сәғәт самаһы дауам итә. Был турала Радий Хәбиров аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостандың башҡарма власть органдарында ҙур үҙгәрештәр. Республика башлығы Радий Хәбиров имзаланған документтар нигеҙендә Башҡортостан башлығы хакимиәтендә, бер министрлыҡта, дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы етәкселеге составы яңыртыла. Ротацияға бәйле, Радий Фәрит улының шәхсән фекере.

Үҙгәрештәргә килгәндә, яңылыҡтар власть органдарында ғына түгел, сәләмәтлек системаһында ла бар. Уларҙың береһе һаулыҡ һаҡлау тармағына бәйле. Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханала, мәҫәлән, анализдарҙы тикшереү өсөн яңы үҙәк асылды. Бында көнөнә тиҫтәләрсә мең пациенттан алынған ҡан өлгөләрен тикшерәләр. Ә һөҙөмтәләр теүәллеге яҡынса 80 процент.

Оператив кәңәшмәлә социаль мәсьәләләргә айырым иғтибар. Башҡортостан башлығы, мәҫәлән, сәләмәтлеге сикләнгән граждандарҙы вакансиялар менән тәъмин итеүгә баҫым яһай.

Студенттарҙың хеҙмәт отряды ла көнүҙәк булып ҡала. Быйыл, мәҫәлән, 6 меңдән ашыу йәш кеше йәй дауамында төрлө проекттарҙа ҡатнашып, каникулын файҙалы уҙғарған.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ ҡайһы бер муниципаль берәмектәр етәкселегенең эше менән риза булмауын белдерҙе. Туймазының бөгөнгө хәле етди үҙгәрештәр талап итә.

Республикала халыҡ именлеген тәьмин итеүгә лә иғтибарҙы арттырыу бурысын ҡуя Башҡортостан башлығы. Субьектта аварияларҙа, янғындарҙа үлеүселәр һаны артҡандан арта. Тағы бер ҡурҡыныс – пилотһыҙ осоу аппараттары. Тап бөгөндән, ошондай хәүеф булғанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты телефондарға смс-хәбәрҙәр ебәрәсәк. Тәүге мәғлүмәттәр дүшәмбелә таратылды. Әйтеүебеҙсә, дүшәмбе кәңәшмәһендә социаль темаларға ентекле баһа бирелде. Ултырышта мәҫәлән, мәктәп медицинаһы, уның бөгөнгө хәле тураһында һүҙ булды. Башҡортостан табиптары әйтеүенсә, бөгөн мәктәптәрҙә белем алған балалар сәләмәтлеге "икенсе класс", тип баһалана. Әлегә иһә, республиканың мәғариф системаһы медицина пункттары менән түгел, ә теш дауалау кабинеттары менән маҡтана ала. Хәҙер улар ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа буласаҡ. Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин ошондай вәғәҙәләр бирә.

Ә бурыстар бының менән тамаланмай. Һанлы трансформация тигән төшөнсә менән дә таныш бөгөн Башҡортостан. Йәшәйештең төрлө тармаҡтарын цифрлаштырыу мәсьәләһе лә дүшәмбе ултырышында айырым тикшерелде. Заманса ысулдарҙы үҙләштереү көндәлек күренешкә әйләнергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, ошондай сервис проекттар хатта тәбиғәтте һаҡлауҙа ла ярҙам булыр ине. Ни тиһәк тә, республикала урман янғындары һаны арта.

"Системалы эш" тигән һүҙбәйләнештәр күп яңғыраны дүшәмбе ултырышында. Ул техника, ҡорамалдар ғына түгел, ә хатта "Пушкин картаһы"на ла бәйле. Йәштәргә мәҙәни тормош менән танышыу мөмкинлеген биргән был уникаль система хаҡында мәҙәнит министры Әминә Шафиҡова тап ошо карта һәм уны ҡулланыу һөҙөмтәләрен иғлан итте. Әлбиттә, әлегә төп иғтибар Башҡортостан башлығының республика халҡы менән тура эфирҙа осрашыуы. Был әңгәмә 11-се октябргә тәғәйенләнде. Телевидение һәм радиоканалдар эфирында барасаҡ һөйләшеү яҡынса 4 сәғәт дауамында барыр тип көтөлә. Былтыр республика башлығы тура эфир ваҡытында 65 һорауға яуап биреп өлгөрҙә.