Тура эфирҙа һөйләшеү яҡынса 4 сәғәт дауамында барыр, тип көтөлә.
Шулай итеп, 11-се ноябрь 19 сәғәттә "Башҡортостан 24", "Рәсәй 24.Башҡортостан", "Башҡортостан юлдаш", "Сәләм", ЮТВ телеканалдарын, "Юлдаш" радиоһын тоҡандырырға онотмағыҙ. Радий Хәбировтың халыҡ һорауҙарына яуаптарын был каналдар тура эфирҙа күрһәтәсәк.
Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә нисек һорау бирергә?
Былтыр республика башлығы тура эфир ваҡытында 65 һорауға яуап биреп өлгөргәйне. Республика халҡынан 9 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, уларҙың яртыһынан күберәге — тура эфир ваҡытында.






