Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш башланды

Тура бәйләнеш башланыуға 4 мең ярым һорау ҡабул ителгән.
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш башланды
Радий Хәбиров былтырғы ошо форматтағы һөйләшеүҙән бер фактты миҫалға килтерҙе:
"600 һорау бер аҙна эсендә хәл ителгән. Һорауҙар араһында тиҙ арала хәл ителә торғандары бар, ҡайһыларын йылдар дауамында хәл итергә тура килә һәм улар ҙур сығымдар талап итә". Бөтә һорау-мөрәжәғәттәр ҙә теркәлеп бара һәм уларҙы хәл итәсәкбеҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.