Дүртенсе йыл рәттән республика башлығы гранттары фонды төбәк конкурстарын финанслау буйынса президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулай. 2021-се йылдан алып фонд президент гранттарын алыу конкурсында ҡатанаша. Ошо осорҙа ғына 560 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.
Күптән түгел Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко етәкселегендә үткән ултырышта төбәктәр араһында 2 миллиард һум аҡса бүленде. Федераль ярҙам һөҙөмтәһендә үткән биш йылда республикала 295 проект уңышлы тормошҡа ашырылған.







