"Көслө кешеләр" проектының өсөнсө миҙгеле башланды

Башҡортостанда хәрбиҙәрҙе реабилитациялау буйынса Республика башлығы грантына "Көслө кешеләр" проектының өсөнсө миҙгеле башланды.
  • "Көслө кешеләр" проектының өсөнсө миҙгеле башланды

Ул тренер ҡатнашлығында көс спорты менән шөғөлләнеүҙе, ҡатнаш алыш буйынса төркөмдәрҙә шөғөлләнеүҙе, клиник психолог кәңәштәрен үҙ эсенә ала. Шулай уҡ спорт яратыусылар пауэрлифтинг, штанга күтәреү, армрестлинг буйынса республика ярыштарында үҙ көстәрен һынап ҡарай ала. Проекттты ғәмәлгә ашырыу 2024-се йылда башланғайны. Ошо осорҙа уның аша махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 300 кеше үткән. Уларҙың күбеһе ҡаты яраланыусылар.

Өфөлә йәшәүселәр "Титан" спорт клубында шөғөлләнһә, ситтә йәшәүселәргә тренер менән видеобәйләнеш аша күнекмәләр үткәреү мөмкинлеге бар. Проектта ҡатнашыусылар биш турнирҙа Рәсәйҙең 2 рекордын ҡуйған. Йөҙҙөн ашыу ветеран спорт өлкәһендә өҫтәмә һөнәри белем алған. Проектта ҡатнашырға теләүселәр уның социаль селтәрҙә урынлаштырылған теркәү формаһын тултырырға тейеш.