Был сараға ентекләберәк әҙерләнергә һәм мөһим бөтә темаларҙы иҫәпкә алырға мөмкинлек бирәсәк. Былтыр ҙа Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үткәйне. Ул дүрт сәғәткә яҡын дауам итте. Радий Хәбиров 60-тан ашыу һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Юлдарҙы ремонтлау, креатив индустрияға ярҙам итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты борсоған мәсьәләләр, ауыл хужалығын үҫтереү һәм төбәктең стратегик объекттарын һаҡлау төп темалар булды.







