"Тура бәйләнеш"кә килгән 10 меңдән ашыу һорауҙың өстән бер өлөшө хәл ителгән

Башҡортостан башлығының тура эфирҙа республика халҡы менән әңгәмәһенә 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт алынған
  • "Тура бәйләнеш"кә килгән 10 меңдән ашыу һорауҙың өстән бер өлөшө хәл ителгән

Граждандарҙы борсоған һорауҙарҙың 3 меңдән күбәрегенә яуап бирелеп, мәсьәләләр ыңғай хәл ителгән. Был турала Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерҙе.

Башҡортостан “Рәсәй эштәре” программаһында әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай, халыҡты вакансиялар менән тәьмин итеүҙә яңы юлдарҙы барлай. Уларҙың береһе – махсус үҙәктәр. Аҙна республиканың социаль тормошонда яңы үҙгәрештәрҙән башлана. Дыуан менән Баҡалыла асылған комплекстар граждандарҙы хеҙмәт урындары менән тәьмин итеүҙә төп ярҙам.

Баҡалы, Дыуанда асылған үҙәктәр эшенә федераль кимәлдә юғары баһа бирәләр. Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин билдәүенсә, Башҡортостан граждандарҙы социаль яҡлау сәйәсәтенә етди иғтибар бүлә.

Башҡортостан башлығы етәкселегендәге оператив ултырышҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы саҡырып тәбрикләү – матур йолаға әйләнә. Был юлы “Генерал Шайморатов” миҙалы менән казактарҙың “Терек” ирекмән корпусында хеҙмәт итеүсе Максим Баль бүләкләнде.

Ултырыштағы оператив һандар тураһында айырым әйтергә кәрәк. Башҡортостанда аварияларҙа үлеүселәр күбәйә. Ҡыҙғанысҡа күрә, статистика былтырғы күрһәткестәрҙән байтаҡҡа арта.

Республика етәксеһе ведомствоға авариялар һанын кәметеү бурысын ҡуя. Башҡортостанда йәшәгән һәр кемгә сәләмәт тормош менән шөғөлләнеү шарттары булырға тейеш. Быйыл республикала һуҡырҙар һәм насар күреүсе граждандарҙы инклюзив спортҡа йәлеп итеү өсөн айырым программа төҙөлдө. Әйткәндәй, уны финанслау тулыһынса инвесторҙар яуаплығында. Проектҡа бөгөнгә 300 кеше йәлеп ителгән, ти спорт министр Руслан Хәбибов.

Башҡортостанда дәүләт һәм муницпаль хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу йәһәтенән дә ыңғай үҙгәрештәр бар. Бөгөн республика халҡына көндәлек тормошҡа бәйле 237 хеҙмәтте урында, интернет аша алырға мөмкин. Министр Геннадий Разумикин телмәре лә платоформа, система тигән һүҙҙәргә нигеҙләнгән. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостанда һанлы тигеҙлек тигән төшөнсәгә иғтиабрҙы арттырыу бурысы бар.

Дүшәмбе кәңәшмәһендә аграр секторҙағы үҙгәрештәргә лә баһа бирелде. Республиканың ауыл хужалығы тармағында етештерелгән, эшкәртелгән тауарҙан бөгөн тиҫтәләрсә миллиард һумға етә. Әммә, бөгөн экспорт тармағын үҫтерергә кәрәк. Ултырышта гриппҡа ҡаршы вакцинация кампанияһы барышы ҡаралды.