Рәсәй дипломатик мөнәсәбәттәр яғында

Ошо турала Президент Владимир Путин тура эфирҙа барған әңгәмәлә белдерҙе.
Рәсәй  дипломатик мөнәсәбәттәр яғында
Баш командующий билдәләүенсә, бөгөн беҙҙең ғәскәрҙәр фронттың бөтә һыҙыҡтары буйынса алға бара. Тиҙҙән Рәсәй ғәскәрҙәре Красный Лиман ҡалаһын да аласаҡ. Бөгөнгә уның 50 проценты Рәсәй армияһы контролендә. Владимир Путин шулай уҡ Димитров ҡалаһының да ҡамауға алыныуын билдәләй. Украина һалдаттары был ҡамауҙан сығыу өсөн төрлө юлдар эҙләһә лә, уңышҡа ирешә алмай.