Яңы йылға тиклем 2 аҙна ваҡыт ҡалды. Ул көндәрҙең һәр береһе мөғжизә, тылсым, изгелек менән һуғарылһын. Бер-беребеҙҙе матур теләктәр, изге ғәмәлдәр менән һөйөндөрәйек..
Киләһе йыл Ҡуян йылы буласаҡ, бесәй йылы тип тә йөрөтәләр. Йомшаҡ ҡуян бер ниндәй насарлыҡтар алып килмәҫ, йыл тотороҡло булыр, ти астрологтар. Ни булһа ла шулай булһын.
2023 йыл яңы белем үҙләштереү, сәйәхәттәр өсөн яҡшы буласаҡ. Туған-тыумаса, ғаилә ағзалары менән ыҙғыш-талаштар булмаҫҡа тейеш. Һәр кешенең иғтибары ғаиләһенә, һөйгән йәренә йүнәлгән булһа, бик яҡшы.