Иғтибар үҙәгендә - 22.03.2023 Хуш киләһең, Рамаҙан!

Донъя мосолмандары изге ай – Рамаҙан-шәрифкә аяҡ баҫа.
  • Иғтибар үҙәгендә - 22.03.2023 Хуш киләһең, Рамаҙан!

Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булғандарға был осор сабырлыҡ, изгелек һәм түҙемлек осоро. Тәүлектең яҡты мәлендә мосолмандарға ризыҡ менән һыуҙан, енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылып тороу фарыз. Билдәләнгән ваҡыт кеше өсөн хас булған тойғоларҙан баш тартыу ғына түгел, ә мәңгелек ҡиммәтәр тураһында ла уйланырға бирелә. Диндарҙарҙы Ураҙа айы менән Башҡортостан мосолмандары Дини назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин тәбрикләне.

22-се мартта "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡҡан "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуында һүҙ тап Рамаҙан айы, уның ҡағиҙәләренә бәйле ине.

Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул апрелдең егерме беренсе көнөнә тура киләсәк. Киләһе айҙың өсөнсө йомаһы Башҡортостанда байрам көнө тип иғлан ителә.