Иҡтисади Башҡортостан - 12.03.20 Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡында депутат Гөлнур Ҡолһарина менән фекер алышыу

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 12.03.20 Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡында депутат Гөлнур Ҡолһарина менән фекер алышыу
Иҡтисади Башҡортостан - 12.03.20 Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡында депутат Гөлнур Ҡолһарина менән фекер алышыу

Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының төп законы — Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Хоҡуҡи документты хәҙер Федерация Советы һәм урындағы парламенттар хупларға тейеш, унан Президент ҡултамға ҡуя һәм Конституция суды үҙгәрештәрҙең төп закондың 1,2 һәм 9 статьяларына тап килеүен тикшерә. Конституцияны үҙгәртеү буйынса һуңғы һүҙ Рәсәй халҡы ихтыяжында, 22 апрель дөйөм халыҡ тауыш биреүе ойошторола, ҡатнашыусыларҙың яртыһы хуплаған осраҡта ил яңы сәйәси дәүергә аяҡ баҫа, тип әйтергә мөмкин. Үҙгәрештәр бихисап: власть өҫтөнән контролде көсәйтеү, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, социаль гарантиялар, хеҙмәт кешеһе, ғаилә ҡиммәттәре, медицина, тәбиғәтте һаҡлау. 15 ғинуарҙа Федераль йыйылышыҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Президент Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен ишеттерҙе. Шунда уҡ эшсе төркөм булдырылды, 400-гә яҡын төҙәтмә ҡабул ителгән, шуларҙың яртыһы документҡа ингән. Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен бөгөн Башҡортостан парламенты ла хуплап сыҡты. Беҙҙең студияла ҡунаҡта Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.