Тиҫтәләрсә йылдар иғтибарҙан ситтә ҡалып килгән фәндең йәшәйеш, иҡтисад, ғөмүмән ил именлеге һәм үҫеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлегенә инандыҡ. Был йылдар эсендә күбен юғалттыҡ, техник база, асыштар һәм әлбиттә кадрҙар, ғөмүмән фәнгә ышансты һүндерҙек...
Рәсәйҙә фән әле яңы үҫеш осорон башлай тиһәк бер ҙә яҙыҡ булмаҫ, быға санкциялар һәм сикләүҙәр ҙә үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Көнбайыш технологияларына тиҙ арала алмаш табыу мохтажлығы тура һәм күсмә мәғәнәлә лә "ҡартайған" фәнгә яңы һулыш өрҙө.
Президент Владимир Путин 2022-2031 йылдарҙы Фән һәм технологиялар ун йыллығы тип иғлан иткәйне. Был иһә йәмғиәт һәм ил үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүҙә фәндең һәм технологияларҙың ролен көсәйтеүгә йүнәлтелгән инициативалар, проекттар һәм саралар комплексы.
Башҡортостан был тәңгәлдә үҙен алдынғылар рәтендә күрергә һәм күрһәтергә тырыша. Республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге уңышлы эшләп килә. Президент ҡушыуы буйынса, «Фән һәм университеттар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә вуз-ара кампус төҙөлә. Быйыл төбәктең фән һәм юғары белемен көйләүсе айырым дәүләт комитеты булдырылды. Быларҙың барыһы ла Башҡортостанда фәнде үҫтереү, йәштәрҙе йәлеп итеү, фән менән бизнесты "ҡоҙалау" һәм ошо рәүешле иҡтисадты нығытыу маҡсатынан эшләнгән ғәмәлдәр.
Республикала фән үҫеше, фән үҫешендә республика өлөшө хаҡында һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы Башҡортостанда быйыл булдырылған Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Азат Фәттәхов.







