Иҡтисади Башҡортостан - 24.07.2025

Мәҙәни мираҫ объекты, Өфөнөң төп йәшеллек усаҡтарының береһе, билдәле Ленин паркында күләмле реконструкция башланды
  • Иҡтисади Башҡортостан - 24.07.2025

Баш ҡалабыҙҙың иң боронғо парктарының береһе тарихи әһәмиәткә эйә һәм бихисап һәйкәлдәрҙе үҙ эсенә ала. Шуға ла төҙөкләндереү йәмәғәтселектең етди контролендә. Республика Йәмәғәт палатаһы янында эштәр барышын күҙәтеү буйынса айырым совет та булдырылған. Алдағы ярты сәғәттә Ушаков, Азатлыҡ, Ленин атамалары менән билдәле, 160 йылға яҡын өфөлөләрҙең яратҡан ял урыны булған парктың тарихына, әһәмиәтенә һәм уның яңырыу кисереүе хаҡныда һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунаҡтары менән таныштырып үтәм: Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, әүҙем йәмәғәтсе Шамил Вәлиев һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт халҡы тарихы фәнни-мәғариф үҙәге баш белгесе Искәндәр Сәйетбаттлов.