Был ваҡытта һәр кем үҙе өсөн 12 айлыҡты йомғаҡлап баға, киләһенә маҡсаттар билдәләргә тырыша. Үткәндәргә бағып һығымта яһау, киләһенә бурыстар аныҡлау шәхсән күренеш кенә түгел, дәүләт өсөн был стратегик бурыстарҙың береһе. Йылдың аҙаҡҡы көндәрен ваҡлағанда иҡтисад өсөн ябай булмаған йылға йомғаҡ яһау ниәтен тормошҡа ашырырға булдыҡ.
Ә 2025-се йыл һис шикһеҙ тарихта ҡала торғандарҙан. Махсус хәрби операция, донъя тарихында булмаған санкциялар баҫымы, коллектив көнбайыштың Рәсәйҙе таларға тырышыу аҙымдары. Былар барыһы ла иҡтисадҡа үҙ мөһөрөн һала. Алдағы ярты сәғәттә республиканың ҡатмарлы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа ил менән бер тулҡында был ҡаршылыҡтарға нисек тороуы, йыл һынауҙарын нисек үтеүе һәм киләсәккә ниндәй маҡсаттар менән йәшәйәсәге хаҡында фараздар ҡорҙоҡ.
Тапшырыу ҡунағы — Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Әлиә Бикмаева.







