Иҡтисади Башҡортостан - 24.09.2026 Һайлауҙар һөҙөмтәләре

Үткән аҙналағы һайлауҙар һөҙөмтәләре, яңы парламент составына бәйле сәйәси бәхәстәр ҡыҙған мәл.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 24.09.2026 Һайлауҙар һөҙөмтәләре
Уның ҡарауы Башҡортостанда ла етди үҙгәрештәр осоро. Бөгөн Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың яңы рәйесе итеп Андрей Назаровты һайланды. Төбәк парламенты депутаттары яңы ғына уларҙың рәтенә баҫҡан кисәһе премьер-министрҙы бер тауыштан яңы вазифала хупланы. Министрҙар кабинеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса Александр Шельдяев башҡарасаҡ. Ул быға тиклем вице-премьер, Сәнәғәт, энергетика һәм инновация сәйәсәте министры ине.
Һайлауҙарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ил өсөн ябай булмаған осорҙа парламент һайлауҙарын уҙғарыу икеләтә яуаплы. Сөнки Дәүләт Думаһы депутаты мандатын алыу теләге кандидаттарҙы һәм сәйәси фирҡәләрҙе кеше аңын яулар өсөн әллә ниндәй әшәкелектәргә этереүе лә ихтимал бит әле. Дошман ватандаштарыбыҙ аңын бутау өсөн ниндәй генә ысулдар ҡулланмай. Һуғыш яу ялалында ғына бармай, ул һәр бер гаджетта, интернет биттәрендә, социаль селтәрҙә бара. Әммә Рәсәй үҙенең дәүләтселеген һәм именлеген бөтә фронтта ла яҡлай алыуын, халыҡтың берҙәм булыуын дәлилләне тип һығымта яһау урынлы булыр. Электораттың ғәҙәттәгенән әүҙемерәк булыуы, күпселектең Президент алып барған сәйәсәтте хуплауы быға асыҡ дәлил.
Халыҡ үҙ кандидаттары өсөн тауыш бирҙе, сәйәси фирҡәләр алдағы биш йылда кемдәр Дәүләт Думаһында Башҡортостан халҡы мәнфәғәтенә эшләйәсәген хәл итер. Журналист булараҡ күҙәтеүемдән шуны әйтә алам, быйылға парламент һайлауҙары тыныс шарттарҙа уҙҙы. Партияларҙы, кандидаттарҙың бер-береһенә бысраҡ яғыу, фейктар таратыу, хатта һайлау барышында артыҡ шау-шыу ҡуптарып йөрөүселәр булманы. Сәбәптәрен алдағы минуттарҙа барларбыҙ. Һайлаусыларҙың әүҙемлеге, яңы парламент, уның составы һәм алда торған бурыстары хаҡында алдағы минуттарҙа һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы — тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев.