Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса иң алдынғы 5 төбәк исемлегендә. Йылдың тәүге айҙарында республика сафҡа индерелгән торлаҡ күләмен былтырғы менән сағыштырғанда 28 процентҡа арттыра алған. Шул уҡ ваҡытта ошо уҡ арауыҡ эсендә Росреестрҙа теркәлгән килешеүҙәр һаны 25-30 процентҡа кәмегән. Был ике ҡапма-ҡаршылыҡлы һан нимәне аңлата? Пандемия күсемһеҙ милек өлкәһендә лә сағылмай ҡалманы. Кадастр иҫәбенә ҡуйылған милек менән бергә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға төҙөлгән килешеүҙәр ҙә байтаҡҡа кәмене. Былтырғы менән саҡыштырғанда йылдың тәүге 3 айында ул 38 процентҡа әҙерәк булған. Ғәмәлдә был төҙөлөш тармағының ауыр көрсөк кисереүе хаҡында һөйләй. Ә ысынында беҙ икенсе күренеште күҙәтәбеҙ. Республикала төҙөлөш күләме арта бара. Быға яңы төҙөлгән йорттан фатир алыуға 6 ярым процент менән ипотека биреү һәм “Ауыл ипотекаһы” программалары яҡшы этәргес бирә тигән фекерҙә белгестәр. Ә хаҡ нисек һуң? Ғәҙәттә дәүләт программалары тиҙ арала ихтыяж менән тәҡдим араһына тигеҙлек ҡуйып хаҡтарҙы артыу яғына ауҙарып ҡуя. Ошо һәм башҡалар хаҡында күсемһеҙ милек өлкәһе белгестәре Айгөл Ғимәҙиева һәм Диана Хәйҙәрова менән әңгәмә.
Иҡтисади Башҡортостан - 02.07.20 Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса иң алдынғы 5 төбәк исемлегендә
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 02.07.20 Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса иң алдынғы 5 төбәк исемлегендә
