Иҡтисади Башҡортостан - 22.04.21 Ил эсендәге мәсьәләләр беренсе урында

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 22.04.21 Ил эсендәге мәсьәләләр беренсе урында
Иҡтисади Башҡортостан - 22.04.21 Ил эсендәге мәсьәләләр беренсе урында

Ил эсендәге мәсьәләләр беренсе урында. Рәсәй Президены Владимир Путиндың Федераль йыйылышыҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә үткән йылдарҙағынан айырмалы глобаль бурыстар һирәк яңғыраны. Әйтерһең, башҡа дәүләттәр менән сикһеҙ уҙыш ҡомарын пандемия бер аҙ һүндерҙе.
Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә Президенттың Конституцияла нығытылған бурысы. Ғәҙәттә һәм ғәмәлдә ул башҡарылған эштәргә баһа, алдағы йылдарға дәүләт һәм йәмғиәт үҫешен билдәләр бурыстарҙан тора. Закондар сығарыу палатаһына тип адресланһа ла, Президент билдәләгән маҡсаттар властың бөтә вертикаленә лә ҡағыла. Был юлы бурыстарҙың күпселеге Хөкүмәткә адресланды. Кисекмәҫтән башҡара торғандары халыҡ сәләмәтлегенә, социаль ярҙамға, иҡтисадты һауыҡтырыу, фәнгә, демографияға, юғары мәктәпкә һәм тағы ла бихисап эске мәсьәләләргә бәйле ине.
Министрҙар кабинеты алдында торған һәм тиҙ арала хәл итергә тейешле мәсьәләләрҙән социаль ярҙам саралары бөгөн иң ҡыҙыҡһындырған темаларҙан. Төп фекер — бала тәрбиәләгән ғаиләләр фәҡирлектә йәшәргә тейеш түгел.
Буласаҡ әсәләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Матди хәле ауыр булған йөклө ҡатындар ошондай уҡ айлыҡ түләүгә өмөт итә ала.
7 йәшкә тиклемге балаһы булған әсәләр больничный, йәғни ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләүҙе эш хаҡының 100 процентына тиң суммаға өмөт итә ала. Әлеге ҡағиҙә буйынса стаж ни тиклем әҙ, больничный ҙа аҙ түләнә.
Тағы бер матди ярҙам — мәктәп йәшендәге һәр бала өсөн август айында 10 мең һум аҡса. Был түләү үрҙә әйтелгәндәренән айырмалы бер тапҡыр ғына биреләсәк. Федераль йыйылышыҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашҡайны. Саранан һуң ул социаль селтәрҙә сығыштан тәьҫораттары менән уртаҡлашып тап социаль ярҙамдың күпкә артыуын билдәләп китте.
Социаль түләүҙәрҙе юллау механизмдарын да камиллаштырыу зарур. Владимир Путин киләһе йылдан уҡ ул бер мөрәжәғәт менән сикләнергә тейеш тине. Йәғни пенсияға сыҡһынмы кеше, пособие юллаһынмы документтарын тапшыра ла көтә. Бөтә справкаларҙы ведомстволар электрон рәүештә алмашып эш итә. Яҡын киләсәктә түләүҙәрҙе бөтөнләй дистанцион рәүештә юлланырға тейеш тине Владимир Путин.
Илдең тотороҡло үҫеше төбәктәрҙең хәлле булыуында. Иҡтисадты һауыҡтырыу сараларының береһе булараҡ Президент төбәктәрҙең бурыстарын кәметеүҙә ярҙам вәғәҙәләне. Мәҫәлән, коммерциялы кредит буйынса бурыстары бюджеттың 25 процентынан артыҡ булған субъекттар, уларҙы дәүләт кредиттарына алмаштырыуға иҫәп тота ала. Ә аҡсаны самалап тотонғандар иһә маҡтау йөҙөнән инфраструктура займдарын алырға хаҡлы. Бындай ярҙам 3 процент менән биреләсәк.
Экологтарға ғәҙеллек тергеҙелеүен тантана итер сәбәп бар. Предприятиелар өсөн экологик яуаплылыҡ төшөнсәһе ғәмәлгә индерелә. Йорттарға газ үткәреүҙе бушлай башҡарыу нәите лә Башҡортостан өсөн ҙур бүләк. Беҙҙә күп ауылдарҙа зәңгәр яғыулыҡ булып та халыҡ уның менән файҙаланыу мөмкинлегенән мәхрүм.
Иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итер һәм киләсәктә үҫешен билдәләр ҡарарҙар буласаҡ. Улар Президенттың дивиденттарҙы инвестиция булараҡ тотонған компанияларға өҫтөнлөк биреү тәҡдименә, ә аҡсаны ситкә сығарғандарға башҡаса ҡараш булырға тейешлеге хаҡында әйткән һүҙҙәренән сығып яҙыласаҡ.
Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһенең иҡтисади аспекттарына иғтибар йүнәлтербеҙ алдағы минуттарҙа барасаҡ әүгәмәлә. Студиябыҙ ҡунағы — иҡтисад фәндәре кандидаты, беҙҙең даими эксперт Илдар Ғәбитов.