Иҡтисади Башҡортостан - 22.12.2022 Йыл йомғаҡтары һәм фараздар

Йыл йомғаҡтары һәм фараздар
  • Иҡтисади Башҡортостан - 22.12.2022  Йыл йомғаҡтары һәм фараздар

Яңы йыл байрамына бала саҡтан мөғжизәле бер ваҡиғаға, тылсымлы осорға аяҡ баҫыу мәғәнәһе һалып тәрбиәләнгәнбеҙ. Был ваҡытта һәр кем үҙе өсөн ун ике айлыҡты йомғаҡлап баға, киләһенә маҡсаттар билдәләргә тырыша.
Үткәндәргә бағып һығымта яһау, киләһенә бурыстар аныҡлау шәхсән күренеш кенә түгел, дәүләттә лә был йола күптән нығынған. Йылдың аҙаҡҡы көндәрен ваҡлағанда иҡтисад өсөн ябай булмаған йылға йомғаҡ яһау ниәтен тормошҡа ашырырға булдыҡ. Ә 2022 йыл һис шикһеҙ, тарихта ҡала торғандарҙан. Махсус хәрби операция, донъя тарихында булмаған санкциялар баҫымы, пандемия эҙемтәләре, донъя баҙарында логистик сылбырҙырҙың өҙөлөүе... былар барыһы ла иҡтисадҡа үҙ мөһөрөн һалды. Алдағы ярты сәғәттә быларҙы барлап, киләсәгенә фараздар ҡорорбоҙ. Тапшырыу ҡунағы - беҙҙең даими экспертыбыҙ, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.