Иҡтисади Башҡортостан - 17.07.2025 Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты

Башҡортостанда донъялағы берҙән бер ошондай уникаль ойошма бар
  • Иҡтисади Башҡортостан - 17.07.2025 Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты

Быйыл уның ойошторолоуына 40 йыл. 4 тиҫтә йыл эсендә институт ғалимдары тарафынан металлдың һуҙылыу сифаттары буйынса рекорд ҡуйылған; двигателдәр өсөн поршендәр штамплау; күп ҡатлы, ҡыуыш эсле конструкцияларҙы, автомобиль тәгәрмәстәре дискыларын, үтә һығылмалы ҡалыплау һәм баҫым аҫтында иретеп йәбештереү ысулы менәнн шар һымаҡ һауыттарҙы яһау технологиялары эшләнгән. Институттың уңыштары, республикала фәндең үҫеше һәм йәш ғалимдарға ҡараш хаҡында алдағы минуттарҙа һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Айрат Назаров.