Константин Толкачев кандидатураһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе итеп тәҡдим ителде

Тулыраҡ: Константин Толкачев кандидатураһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе итеп тәҡдим ителде

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылышының яңы рәйесе итеп йәнә Константин Толкачев кандидатураһын тәҡдим итте. Был урынға шулай уҡ Наил Ғиззәтуллиндың кандидатураһы тәҡдим ителгәйне. Күпселек тауыш менән Константин Толкачев еңеп сыҡты. Яңы рәйес алдағы 5 йыллыҡҡа пландары менән таныштырҙы. Константин Толкачев әйтеүенсә, 6-сы саҡырылышта йәш депутаттарға ҙур өмөттәр бағлана. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сентябрҙә үткән һайлауҙарға йомғаҡ яһаны һәм алдағы йылдарға пландары менән таныштырҙы. Сәйәси советта шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ҡала башлығы Ирек Ялаловтың кандидатураһын Федерация Советына сығарыу тәҡдиме ҡабул ителде.