Константин Толкачев вафат булды

Дүшәмбе ҡарай төндә, Мәскәүҙә, әүләт Йыйылышы-Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев вафат булды.
  • Константин Толкачев вафат булды

Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, субьекттың закондар сығарыу буйынса төп органы етәксеһе Константин Толкачевтың оҙайлы ваҡыт ҡаты ауырыуға ҡаршы көрәшкән.

Радий Хәбировтың дүшәмбе ултырышындағы тағы бер белдереү иғтибарға лайыҡ. Республика башлығы Өфө ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиевҡа ҡарата асылған енәйәт эшенә аныҡлыҡ индерҙе.

Майҙың беренсе эш көнө Башҡортостан исемен донъя кимәлендә тағы бер тапҡыр танытыу мөмкинлеген бирҙе. Республиканың йөҙөк ҡашы – Торатау хәҙер ЮНЕСКО геопарктарының береһе. Тимәк, шихан бөгөндән халыҡ-ара яҡлауҙа була. Ә киләһе йылда иһә был ойошманың “мәҙәни мираҫ обьекттары” тип тағы бер-нисә геолакцияның аталыуы бар.

Тик был урындарға барыу өсөн юлдарҙың булыуы шарт. Ә республикала иһә трассаларҙың соҡор-саҡырлы булыуын әйтмәү мөмкин түгел. Етешһеҙлектәрҙе кәметеү өсөн йәй осоронда Башҡортостанда шыйыҡ асфальт етештереү буйынса заводтар ҙа асылған. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хатта һанларҙы атай.

Башҡортостан бөгөн тағы бер хәстәр менән йәшәй. Республика хужалыҡтары бөтә көстө сәсеү кампанияһына йүнәлтә.

Аграр секторҙа был эштең иң ҡыҙыу мәле туғыҙынсы май осорона тура киләсәк. Шулай ҙа, Еңеүҙең 81-се яҙын лайыҡлы ҡаршылау тураһында оноторға ярамай. Тантаналар мәлендә халыҡтың именлеген тәьмин итеү көнүҙәк, ти вице-премьер Ирек Сәғитов.

Башҡортостан тәжрибәһе федераль кимәлдә танылыу таба. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам программаһын бойомға ашырыу өлгөлө булып торһа ла, был йәһәттән хәл ителмәгән мәсьәләләр бар. Радий Хәбиров әйтеүенсә, яугирҙәрҙең ассоциацияһы киләсәктә таяныс булырға тейеш.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге сираттағы оператив кәңәшмә көнө иғлан ителде. Сираттағы ултырыш 12-се майҙа көтөлә.