6-сы майҙа Башҡортостан парламенты спикерын һуңғы юлға оҙаталар

Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты ерләүҙе ойоштороу буйынса дәүләт комиссияһын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
  • 6-сы майҙа Башҡортостан парламенты спикерын һуңғы юлға оҙаталар

Константин Борисович 1953-сө йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһендә тыуған. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1970-се йылда Кузнецк металлургия комбинатында торба иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971-се йылдан 1973-сө йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

1977-1996-сы йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларын башҡара.

1996-1999-сы йылдарҙа – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты етәксеһе. 1999-сы йылдан – Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Вәкилдәр палатаһы рәйесе, икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

1999-2001-се йылдарҙа – Рәсәй Федераль Йылышының Федерация Советында Конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы.

2003-2008-се йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

2008-се йылдан – Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алыштырғыһыҙ рәйесе.

Шулай уҡ, Константин Толкачев Европаның Урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Закондар сығарыусылар советы һәм Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе булды.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Почет, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.