Документҡа ярашлы, республика хөкүмәте Өфө юридик институтына Константин Толкачевтың исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. Толкачевтың исеме шулай уҡ Яңауыл районындағы "Юность" спорт мәктәбенә биреләсәк. Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы янында парламенттың элекке рәйесенә һәйкәл, Көнъяҡ зыяратта мемориаль комплекс ҡуйыу ҡарала. Өфө ҡала хакимиәтенә башҡалалағы урамдарҙың береһен Константин Толкачев исеме менән атарға тәҡдим ителә.
Республикала йыл һайын "Толкачнв уҡыуҙары”" үткәреү, парламент тарихы музейында даими экспозиция ойоштороу, Константин Толкачев исемендәге премия булдырыу ҡарала. Константин Борисовия 74-се йәшендә вафат булғайны.







