Константин Толкачев 30 йылға яҡын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Радий Хәбиров менән эшләне. Журналистар менән дә йыш аралашты парламент рәйесе. Кәрәкһә етди сәйәсмән, аҡыллы юрист булды. Шул уҡ ваҡытта асыҡ күңелле һәм эскерһеҙ, нескә юморлы кеше ине.
Республика алдындағы ҡаҙаныштары өсөн Константин Толкачев төрлө юғары наградалар менән билдәләнгән. Уның менән хушлашырға юғары вазифа биләгән етәкселәр, коллегалары, ойошма-предприятие вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, ябай халыҡ килде. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесен һуңғы юлға хәрби кеүек оҙаттылар.
Константин Толкачев Башҡортостандың закондар сығарыу базаһын нығытыуға һәм формалаштырыуға ҙур өлөш индерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе булып эшләгән осорҙа 3 меңдән ашыу закон ҡабул ителгән. Улар республика иҡтисады, социаль өлкәһе һәм биләмәһе үҫешен билдәләп, туранан-тура урындағы халыҡтың йәшәйеш сифатында сағылған. Хушлашыу митингыһына килгәндәрҙең барыһы ла Константин Толкачев төбктә генә түгел, ә федераль кимәлдә лә абруй менән ҡаҙанды, уның һүҙенә иғтибар бирҙеләр, хөрмәт иттеләр, тип билдәләй.
Константин Толкачевтың вафатын белгәндәр ҡайғы уртаҡлаша. Улар араһында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, Федерация Советы сенаторҙары, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депатуттары, күрше республикалар һәм өлкәләр, хатта илдәрҙән дә етәкселәр бар. Константин Борисович тормошта һәм эшендә ябай ине. Һәр кемгә, шул иҫәптән ҡул аҫтында эшләгәндәргә яҡшы мөнәсәбәттә булды.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачевҡа 73 йәш ине. Ул Кемеров өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуып үҫә. Эске эштәр министрлығының Рязань юғары милиция мәктәбен, СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971-73 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. 1977-1996 йылдарҙа илдең Эске эштәр министрлығы системаһында төрлө юғары вазифалар биләй, генераль-майор дәрәжәһендә отскавкаға сыға. 1996 йылдан алып Өфө хоҡуҡ институтын етәкләй, 1999 йылда Республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат һәм рәйес итеп һайлана. Ошо ваҡыттан алып Константин Толкачев Башҡортостан парламентын етәкләне.
Константин Толкачев сәйәсмән һәм закон сығарыусы ғына булып билдәле түгел. Ул ғалим, профессор, юридик фәндәре докторы, Рәсәйҙең хәрби фәндәр академияһы ағзаһы, 100-ҙән ашыу ғилми эш авторы. Уның исеме республикала мәңгеләштереләсәк, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.







