Радий Хәбиров үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

Тулыраҡ: Радий Хәбиров үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров иртәгә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

Мөрәжәғатнамәлә республика етәксеһе төбәк үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй. Ул тәүге тапҡыр «Торатау» конгресс-холында уҙасаҡ. Парламент депутаттарынан тыш, унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса тантанала тәүге тапҡыр хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә танылыу алған яҡташтарыбыҙ ҡатнаша. Тура трансляцияны сәғәт иртәнге ундан «Башҡортостан 24» телеканалында ҡарарға мөмкин.