Республикала юғары әҙерлек режимы индерелә

Тулыраҡ: Республикала юғары әҙерлек режимы индерелә

Республикала бөгөндән яҙғы ташҡынды ҡаршылауға юғары әҙерлек режимы индерелә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә көслө ташҡын көтөлмәй. Дала һәм тау йылғаларында боҙ тығыны булыуы ихтимал. Өфөлә Киров, Дим һәм Ленин райондарының айырым өлөштәрен һыу баҫыуы мөмкин. 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 257 торлаҡ пункт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ташҡын осорона 491 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Башҡортостандың һигеҙ йылғаһында халыҡты хәүеф тураһында алдан иҫкәртергә мөмкинлек биргән 14 гидропост ҡуйыла.