Республикала яҙғы ташҡынға бәйле 112 номерына шылтыратыуҙар арта

Ун ике район һәм ҡалалағы 15 хәл күҙәтеүгә алынған
  • Республикала яҙғы ташҡынға бәйле 112 номерына  шылтыратыуҙар арта

Юлдарҙың 6 өлөшө, түбәндәрәк урынлашҡан 7 күпер, 50 йорт алды биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. Республика биләмәһендә яҙғы ташҡынды күҙәтеү маҡсатында оператив штаб эшләй. Киләһе аҙнала йылғаларҙың, айырыуса дала йылғаларының, шулай уҡ Өфө һәм Ағиҙел йылғаларының артабан боҙҙан әрселеүе көтөлә. 3-сө апрелдән тау йылғаларының ташыуы ихтимал.

Башгидрометүҙәктең рәсми фараздарын һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәрен күҙәтеп барыу зарур. Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.