Ямғырҙар һәм епшек ҡар яуыуы яҙғы ташҡынға ныҡ ҡына йоғонто яһауы ихтимал

Тулыраҡ: Ямғырҙар һәм епшек ҡар яуыуы яҙғы ташҡынға ныҡ ҡына йоғонто яһауы ихтимал

Был хаҡта республика хөкүмәтендә ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында әйтелде. Вице-премьер Артур Әхмәтханов үткәргән кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостанда йылғалар яйлап ҡына булһа ла боҙҙан әрселә башлаған. Әлегә боҙ тығылған осраҡтар юҡ. Ямғыр яуыуы ғына ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал.