Республикала юлдарҙың 11 өлөшөндә хәрәкәт сикләнгән, 6 күпер, 105 баҡса участкаһын һыу баҫҡан.
Ҡариҙел йылғаһы Нуриман районында бер тәүлектә 34, Шишмә районында Дим йылғаһы 12, Октябрьский ҡалаһы янында Ыҡ йылғаһы 13 сантиметрға күтәрелгән.
Башгидрометүҙәктең рәсми фараздарын һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәрен күҙәтеп барыу зарур. Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.







