Бөрйән – республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды. Сәфәр барышында төбәк Башлығы социаль һәм инфраструктура объектарын ҡараны, районда туризмды үҫтереү һәм инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлектәре менән танышты, шулай уҡ район һабантуйында ҡатнашты. Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ул үҙ күҙҙәре менән күрҙе һәм тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең киләһе репортажда.
Республика Башлығы эш сәфәрен райондың социаль объектары менән танышыуҙан башланы. Радий Хәбиров Әбдүлмәмбәт ауылында үткән йылдың декабрь айында сафҡа индерелгән яңы фельдшер акушерлыҡ пункты эше менән танышты. Бөгөн унда 900-ға кеше хеҙмәтләндерелә. Урындағы фельдшер әйтеүенсә, төп проблемаларҙың береһе – ҡоролмаларҙың иҫке һәм эш хаҡының түбән булыуы.
Артабан республика етәксеһе Әбдүлмәмбәт ауылының мәҙәниәт йортон һәм мәктәбен ҡараны. Урындағы мәҙәни үҙәк Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Шулай уҡ Радий Хәбиров 154 бала уҡыған мәктәп менән танышты. Йылда мәктәп уҡыусылары республика, Рәсәй кимәлендә үткән спорт ярыштарында еңеүҙәр яулай. Радий Хәбиров 2020 йылда Ҡыпсаҡта физкультура һауыҡтырыу комплексы төҙөләсә башлаясаҡ, тип вәғәҙәләне. Урындағы халыҡ шулай уҡ ауылда транспорт бәйләнеше һәм зәңгәр яғыулыҡҡа бәйле һорауҙар бирҙе. Радий Хәбиров махсус органдар был мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ, тип белдерҙе.
Бөрйән районының Байназар ауылында республика етәксеһе амбулатория эше менән танышты. Урындағы халыҡ медицина учрежденияһында тар йүнәлешле белгестәр етмәүе тураһында белдерҙе. Радий Хәбиров был мәсьәләләр хәл ителәсәк, тине. Яҡын арала 3 белгес эшкә ҡайтасаҡ һәм шулай уҡ терапия бүлегендә өҫтәмә 5 койка булдырыласаҡ. Ауылдағы тағы ла бер проблемаларҙың береһе ул балалар баҡсаһы. 35 балаға тәғәйенләнгән мәктәпкәсә учрежденияға бөгөн 58 бала йөрөй. Бынан тыш 29 сабый сиратта тора. Төбәк етәксеһе был һорау “Здравчас”та ҡараласаҡ, тине.
Республика етәксеһе шулай уҡ Яңы Монасип һәм Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырасаҡ яңы күпер урынын ҡараны. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, 2016 йылда төҙөлә башлаған объект 2020 йылда сафҡа индереләсәк. Артабан Радий Хәбиров, Ҡурғашлы ауылдында ағас эшкәртеү предприятияһының эшкәрлеге менән танышты. Төбәк Башлығы республика экспортты үҫтереүгә ярҙам итәсәге тураһында белдерҙе. Һәм ойошма вәкилдәрен “Инвестиция сәғәтенә” саҡырҙы.
Бөгөн Бөрйән районы республикала туризымды үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән урындағы шәхси эшҡыуарҙарҙа ҙур баҫым эшләй. Иҫке Собхағол ауылындағы “Юлбарыҫ” ҡунаҡханаһы республиканан һәм Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы йәлеп итә. Республика етәксеһе районда туризимды үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекты менән танышты.
Артабан Радий Хәбиров һабантуй яланына юлланды. Радий Фәрит улы республика етәксеһе вазифаһында беренсе тапҡыр һабан байрамында ҡатнашты. Бөрйәндә уны халыҡ йырҙары, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Ул урындағы халыҡты сәсеү эштәре тамамланыу менән тәбриәкләне һәм райондың иң яҡшы ауыл хужалығы эшсәндерен ҡотланы.
Төбәк Башлығы Бөрйән һабантуйын яҡшы баһаланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйылғы йылдан Башҡортостанда һабантуйҙар алкогольһыҙ үтә башлаясаҡ. Һәм тап Бөрйән районынының һабан байрамында был ҡарар беренселәрҙән булып үтәлде.
Эш сәфәрендә Радий Хәбиров шулай уҡ Шүлгән-таш мәмерйәһе янында сафҡа индерелсәк тарихи-мәҙәни комплексының төҙөлөшө менән танышты. Проектҡа ярашлы, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы 3,5 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Артабан республика етәксеһе мәмерйәгә юлланды. Ул бер-нисә залға инеп сыҡты. Башҡортостан етәксеһенә мәмерйәлә башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләнеләр.
Бөрйән районы ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү өлкәһенән тыш бөгөн туризмды үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирә. Әле “Шүлән-таш” мәмерйәһенә йылына яҡынса 35 меңдән ашыу турист килә. Киләсәктә был һанды 350 меңгәсә арттырыу күҙаллана. Тимәк киләһе бер-нисә йыл эсендә районға инвесторҙар йәлеп итеү һәм инфраструктураны үҫтереү ҡарала.